Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Июль 2020, 15:10

Шипкән өлгөргән

Районда тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эштәренә «Северная Нива Башкирия» йәмғиәтендә тотондолар.

Хужалыҡ баҫыуҙарында шипкән өлгөргән, ул 1257 га ер биләй. Бөгөнгә 500 га тирәһе йыйылған.
– Был перспективалы майлы культура һауа шарттарына тотороҡло, әммә үҫтереү агротехникаһына талапсан, шуға ул әле республиканың 9-10 районында ғына үҫтерелә, шул иҫәптән беҙҙең Бәләбәй районында, – тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән.
Тиҙҙән райондың ауыл хужалығы эшсәндәре арыш сабырға төшәсәк. Ужым культуралары 8657 га майҙанда сәселгән, шул иҫәптән бойҙай – 1684, арыш – 5330, тритикале – 390 га.
Яҡынса август урталарында яҙғы культураларҙы йыя башлаясаҡтар, уларҙың дөйөм майҙаны – 18 043 гектар.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илгиз Нәсифуллин фотоһы
Читайте нас: