«Эйе, мине Кариев исемендәге театрға саҡырҙылар. Был театрҙа минең тәүге тәжрибәм. Хәйер, беҙҙең хеҙмәттәшлек күптән башланды: уларҙың баш режиссеры Ринат Әйүпов Салауатта Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса спектакль ҡуйҙы, – тип хәбәр итте Илсур Ҡаҙаҡбаев «Башинформ» агентлығына. – «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса спектаклдең концепцияһы тураһында әлегә уйлайбыҙ, элекке сәхнәләштереүҙәрҙе ҡабатламаҫҡа, ниндәйҙер яңылыҡ индерергә теләйбеҙ».