Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Июль 2020, 15:00

Республиканың төп аграр вузы юбилейын билдәләй

Тап 90 йыл элек Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) асылған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 237-се ҡарары нигеҙендә 1930 йылдың 23 июлендә асыла. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының Фән, юғары мәктәп һәм технологик сәйәсәт министрлығының 23-сө ҡарары нигеҙендә 1993 йылдың 15 февралендә университет статусы ала.
Уҡыу йортонда агротехнология һәм урман хужалығы, биотехнологиялар һәм ветеринар медицина, механика, тәбиғәтте төҙөкләндереү һәм төҙөлөш, энергетика, аҙыҡ-түлек технологиялары, иҡтисад факультеттары бар.
2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәре докторы, профессор Илдар Исмәғил улы Ғәбитов етәкләй.
Читайте нас: