Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Июль 2020, 17:00

Янғындар тулыһынса һүндерелгән

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә 17 сәғәткә республиканың урман фондындағы янғындар тулыһынса һүндерелгән – Белорет районындағы – дүрт, Бөрйән районындағы бер янғын.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы янғындар менән хәл һәм уларҙы бөтөрөү өсөн ҡабул ителгән сараларға арналған брифингта республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов йыл башынан төбәктә 110 янғын теркәлеүе, уларҙа 1899 гектар майҙандың зыян күреүе хаҡында белдерҙе.
Һуңғы аҙнала көндәрҙең эҫе тороуы һәм ҡоро йәшендең ҡотороуы арҡаһында Урал аръяғы райондарында 59 янғын 1563 гектарҙы ялмап ала, был быйылғы осраҡтарҙың 56,7 процентын тәшкил итә. Анығыраҡ әйткәндә, ошо 59 осраҡтың 52-һе йәшен атыу сәбәпле сыҡҡан (86,4 процент). Йәшендең бындай әүҙемлеге һәм янған майҙандың ҙурлығы 2010 йылдан бирле күҙәтелмәгән.
Читайте нас: