«Беҙҙә коронавирус менән ауырыусылар һаны көн һайын иллеләп кешегә артып тора, ә алда – 1 сентябрь. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, өс, хатта дүрт сменалы уҡытыуға күсергә мәжбүр буласаҡбыҙ. 1 сентябргә ауырыусылар һанын мөмкин тиклем арттырмаҫҡа көс һалайыҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, йәйге лагерҙарҙы бөтөнләй асмаҫҡа хәл иттек.
Күрше төбәктә, мәҫәлән, ике лагерҙы асып ҡарағайнылар, унда коронавирус ҡупты. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ – балалар лагеры обсерваторға әйләнгән, балаларҙы сығармайҙар, ата-әсәләрҙе лә индермәйҙәр. Улар 14 көн дауамында бикле режимда йәшәгән. Беҙ быны булдырырға тейеш түгелбеҙ», – тип хәбәр итә төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев.