Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июль 2020, 12:00

Гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге төҙөләсәк

Бындай медицина учреждениеһына мохтажлыҡ Башҡортостанда күптән бар, ата-әсәләр ауырыған балалары менән Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барырға мәжбүр.

Әле бөтәһе 800-ләгән бала күҙәтеү аҫтында, ә Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлеге 45 урынға ғына иҫәпләнгән.
Төҙөләсәк үҙәкте «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына индерәсәктәр. Был федераль ҡаҙнанан да финанслау мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Торатау» конгрес-холында республиканың медицина вәкилдәре менән осрашыуында ошо турала билдәле булды.
Читайте нас: