Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Июль 2020, 20:35

Башҡортостан вәкилдәре – Мурманскиҙа

Бөгөн Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты үҙенең 324 йыллығын билдәләй. Был ҙур саранан да ситтә ҡалманы. Республиканың рәсми делегацияһы был көндө шефлыҡҡа алынған «Иван Грен» карабында ҡаршы алды.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры рәйесе Ирек Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы составында сараға республиканың «Витязь» диңгеҙ пехотасылары төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлин, «Витязь-Юниор» диңгеҙ пехотасылары хәрби-илһөйәрлек клубы кадеттары Антон Целишев һәм Дмитрий Велижанин барҙы.
Ил кимәлендәге мөһим сарала Башҡортостан вәкилдәренең ҡатнашыуы – ғорурлыҡ!
Читайте нас: