Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Июль 2020, 13:30

Документтарҙы – почта аша

Быйыл абитуриенттар документтарын теләгән юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына почта аша ебәрә ала.

Был әлеге пандемия осоронда иң отошло вариант, тигән фекерҙә Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәтенән Борис Слуцкий.
Документтарын почта аша ебәрергә хәл иткән абитуриенттарға бер нисә мөһим ҡағиҙәне үтәргә кәрәк. Беренсенән, заказлы хат йәки билдәле хаҡ ҡуйылған бандероль менән һалырға кәңәш ителә. Документтар исемлеге һәм тапшырыу тураһында хәбәр итеү булырға тейеш. Ҡабул итеү комиссияһының, үҙегеҙҙең адресығыҙҙы ла, индексын да ҡалдырмай, тулы итеп яҙығыҙ. Телефон һандарын да онотмағыҙ. Почта бүлексәһендә бирелгән квитанциялағы трек-һан буйынса https://www.pochta.ru/ cайтында ебәргән документығыҙҙың ҡайҙа, ҡасан барып еткәнен күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас: