Уның һүҙҙәренсә, ошо йәһәттән дин әһелдәре менән тейешле консультациялар үткәрелде.
«31 июлдә мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы билдәләнә. Яратҡан байрамыбыҙ. Йола буйынса, йыйылып, ҡорбан килтерергә кәрәк. Ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, дин әһелдәре менән уны нисек ойоштороу тураһында кәңәшләштек. Уны уҙғарыуҙың бер нисә стандарты бар. Бер кешегә – дүрт квадрат метр, мәсеттәге кешеләр һаны 100-ҙән артмаҫҡа тейеш. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе ҡорбан салыу урындарына иғтибар бүлеүҙәрен һораны.
Бәләбәй районы мәсеттәрендә – Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл армеец урамы, 118 һәм Приют ҡасабаһы,Тыныслыҡ бульвары, 5а – ҡорбан салыу өсөн ике майҙансыҡ әҙерләйәсәктәр, тип хәбәр итә муниципаль район сайты.