Рейстар Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан һәм Дондағы Ростовтан башҡарыла.
«Халыҡ-ара авиабәйләнеште тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шул уҡ ваҡытта беҙ эпидемиологик хәл, сир күрһәткесе һәм уртаҡлыҡ принциптарынан сығып эш иттек. 1 августан Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов аэропорттарынан рейстар башҡарыла», – тине Мишустин Рәсәй хөкүмәтендә.
Премьер-министр билдәләүенсә, был ҡарар рәсәйҙәрҙең сит илдән ҡайтыуын да тиҙләтергә тейеш. Авиабәйләнеш тәү сиратта Бөйөк Британия, Төркиә һәм Танзания менән тергеҙелә.
Мәскәү, Петербург һәм Ростов аэропорттары өсөн килгән пассажирҙар һаны буйынса сикләү бөтөрөлә, тип белдерҙе транспорт министры Евгений Дитрих.