Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Июль 2020, 11:31

Һайлау мөмкинлеге бар: йә ер, йә аҡса

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Финанстар министрлығы менән берлектә күп балалы ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелергә тейеш ер участкалары урынына аҡсалата компенсация биреү механизмын эшләп сығарған.

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Башҡортостанда күп кенә ҙур муниципалитеттарҙың ҡала сигендә ер биреү мөмкинлеге бөтөүе арҡаһында ошондай закон ҡабул ителде. Шуға күрә республика властары 250 мең һумлыҡ аҡсалата компенсация бирергә ҡарар иткән. Бындай уҡ компенсациялар күрше төбәктәрҙә лә бирелә икән. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә – 250 мең һум, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайында – 200-шәр мең һум.
Министр белдереүенсә, был аҡса тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн генә ҡулланыла ала:
- торлаҡ һатып алыу (шул иҫәптән төҙөлөү өҫтөндә булған);
- торлаҡ төҙөү (шул иҫәптән башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн);
- ер участкаһы һатып алыу;
- ипотека кредитын һәм уның буйынса проценттарҙы ҡаплау (штраф һәм пеняларҙан башҡа).
Һатып алған торлаҡ йәки ер Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Бындай хоҡуҡҡа эйә булған кешеләрҙә һайлау мөмкинлеге бар: йә ер, йә аҡса. Компенсация ғариза һәм аҡсаны тотоноу маҡсаттарын күрһәткән документтар нигеҙендә биреләсәк. Граждандар аҡсаны ҡулына алмаясаҡ, улар ойошма йәки банк иҫәбенә тура күсәсәк.
Проект пилот режимында сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк. 2021 йылға тиклем мөмкин булған етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Читайте нас: