Был сара «Дала көнө»ндә «Рәсәйҙең мәҙәни йөрәге» йәмәғәт ижади проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Һайланған урыны бик иҫтәлекле – Лев Толстойҙың беренсе «дала» имениеһында – Һамар өлкәһенең Алексеевка районында үткәрелә. Фестивалдә милли ижади коллективтар һәм төрки халыҡтарынан йырсылар ҡатнаша.
Быйыл аңлайышлы сәбәп менән сара виртуаль уҙҙы. Унда ҡатнашыу өсөн төрлө жанрҙар буйынса видеоматериалдар ебәрелде.
«Урал батыр» үҙәге таланттары беҙҙең район исемен данланы: Анжела Әүбәкирова «Халыҡ уйын ҡоралдарында иң яҡшы уйнаусы» номинацияһында еңде, «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова) «Иң яҡшы вокаль ансамбль» номинацияһында беренсе булды, Минзифа Вилданова «Иң яҡшы солист-вокалсы» номинацияһында икенсе урын яуланы.
Ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!