Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Июль 2020, 14:00

Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай тағы ла матурланасаҡ

Башҡортостанда көҙ көнө Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы гранттарына төҙөкләндерелгән өс ҡала биләмәһе асылыуы көтөлә.

Республикала бөтәһе һигеҙ ошондай биләмә бар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, 26 сентябрҙә – «Бөрө ваҡыты» архитектура-парк ансамблен, 3 октябрҙә – Бәләбәйҙә «Йырлаусы шишмәләр паркы»н, 10 октябрҙә Ишембайҙа майҙансыҡты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Объекттарҙы Аскаков көндәре, Республика көнө, Ғаилә көнө саралары барышында асыу планлаштырыла. Ошо өс ҡала 2019 йылда грант алды.
Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел, Яңауыл һәм Николо-Березовка 2020 йылдың февралендә грантҡа лайыҡ булды. Әле подрядсыларҙы һайлап алыуға конкурстар үткәрелә.
Читайте нас: