Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Июль 2020, 17:00

Йәмәғәт һәм дәүләт ойошмаларынан субсидияға ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2021 йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте.

Сәнғәт һәм мәҙәниәт, милли, дәүләт-конфессия һәм ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәр өлкәһендә ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары субсидия алырға хоҡуҡлы.
Субсидияны республика бюджеты бирә, суммаһы күрһәтелмәй. Ғаризаны 2020 йылдың 1 авгусынан 1 сентябренә тиклем тапшырырға кәрәк. Документтар исемлеген һәм ғариза формаһын Министрлыҡ сайтында табырға мөмкин.
Читайте нас: