Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Июль 2020, 12:00

Августа һәр бала өсөн 10 мең һум бирерҙәрме?

Июнь һәм июль айҙарында 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам булдырылғас, күптәр был пособиены августа ла көтә.

Интернет селтәрендә петиция төҙөлдө, ата-әсәләр бер тауыштан яңы уҡыу йылы алдынан Хөкүмәт ярҙамына өмөт итеүҙәре хаҡында еткерҙе. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында был тәҡдимде хупланылар. Улар коронавирус пандемияһының һаман бөтмәүен, күптәрҙең элекке эш урындарын юғалтҡандан һуң яңы эш таба алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: