Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Июль 2020, 11:00

31 июль – Ҡорбан байрамы

Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе исламдың иң әһәмиәтле байрамдарының береһе менән ҡотлайым!

Бөтә донъяла билдәләнгән байрам кешеләр күңелендә өмөт уята, юғары рухи идеалдарға, һөйөүгә һәм мәрхәмәтлеккә әйҙәй. Тап ошо көндәрҙә мосолмандарҙың изгелек, йомартлыҡ, яҡындарыңа һәм туғандарыңа иғтибар, ата-бабалар тураһында хәтер һаҡлау, дуҫтар һәм таныштар менән аралашыу шатлығы, иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек традициялары асыҡ сағыла.
Йәмғиәтебеҙҙең дингә тигеҙ ҡарашта, ысын дини, милли һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәренең гармониялы бәйләнештә йәшәүе шатландыра.
Был байрам көнөндә мосолмандарға, Башҡортостандың бөтә күп милләтле халҡына һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған республикабыҙ һәм бөтә Рәсәй файҙаһына эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Азат Сәхәбиев, Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы
Читайте нас: