Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Июль 2020, 15:20

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары! Һеҙҙе ысын күңелдән изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!

Быуаттар дауамында ул исламдың ысын ҡиммәттәрен кәүҙәләндерә, заманды мосолман донъяһы халыҡтарының бай тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләй. Был көндәрҙә һәр диндар Аллаһы Тәғәләгә ихлас күңелдән доға ҡыла, үҙенең хистәрен, уй-фекерҙәрен һәм ҡылған эштәрен мәрхәмәт һәм ғәҙеллеккә, яҡындарыңды ҡайғыртыуға йүнәлтә.
Беҙҙең төбәктә күп быуаттар дауамында дин тотоусыларҙың бай рухи традициялары тыныслыҡ һәм татыулыҡ, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен һаҡлауға хеҙмәт итә. Республика халҡының берҙәмлеге, дин-ара хеҙмәттәшлек киләсәктә лә Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға, уртаҡ йортобоҙ – бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуына ярҙам итер, тип ышанам.
Ҡорбан байрамы беҙгә рухи шатлыҡ килтерһен, яңы игелекле эштәргә һәм лайыҡлы ғәмәлдәргә рухландырһын!
Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем!
Читайте нас: