Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Август 2020, 12:00

Өфө буйлап бушлай экскурсиялар башланды

29 июлдә Өфөлә беренсе түләүһеҙ йәйәүле экскурсиялар үтте. Был сараның башланып китеүе тураһындағы мәғлүмәт terrabashkiria.ru сайтында бер аҙна алдан баҫылғайны.

Профессиональ гид менән Өфө үҙәге буйлап йөрөргә теләүселәр һаны бик күп булып сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, бер нисә төркөм ойошторолған. 12-15 кешенән торған төркөмдәр 19.00 һәм 20.30 сәғәт арауығында 15 минут һайын «TERRA BASHKIRIA» арт-объектынан китеп торған. Дөйөм алғанда, тәүге был сарала 300 самаһы кеше ҡатнашҡан.
Бушлай экскурсияларҙы республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың экскурсоводтар гильдияһы һәм «Баш ҡала» туристик фирмаһы ойошторған.
Был ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашыуҙың мотлаҡ талабы – һаҡланыу битлеге булыуы, социаль дистанция һаҡлау һәм башҡа санитар талаптары үтәү. Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр өсөн ҡурсаланыу режимы һаҡлана. Шулай уҡ экскурсияларға сирләгәндәр һәм сир симптомдары булған кешеләр йәлеп ителмәй.
Баш ҡалабыҙ буйлап ҡыҙыҡлы экскурсияларға эләгеү өсөн башта terrabashkiria.ru:https://terrabashkiria.ru/open-bashkortastan/ufa/ сайтында теркәлергә кәрәк. Электрон бланкта исем-фамилия, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр, экскурсияның көнө һәм ваҡыты, нисә кеше булыуын күрһәтеү шарт. Төркөмдәрҙә урындар һаны сикле.
Читайте нас: