Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Август 2020, 12:00

Өфөлә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы ҡайҙа ҡуйылыр?

Баш ҡалабыҙҙа «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү старт алды.

Халыҡҡа мемориал ҡуйыласаҡ майҙанды билдәләүҙе хәл итергә тура киләсәк. Әле ике вариант тәҡдим ителә.
Беренсе майҙансыҡ Еңеү аллеяһына ингән урынды күҙ уңында тота. Стеланы ҡуйыу бөтә был комплексҡа тантана төҫөн бирәсәк һәм халыҡтың тылдағы хеҙмәт батырлығының әһәмиәтен сағылдырып торасаҡ.
Икенсе вариант – мемориалды Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫешкән урында паркка ингән төп юлда урынлаштырыу, унда йыл һайын Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы саралар уҙа. Был майҙан да ҡала төҙөлөшөндәге мөһим үҙәк булып тора – Ленин урамы тамамланған урын һәм тарихи ҡомартҡы архитектураһы булған Белгестәр йорто менән бер-береһен тулыландыра. Башҡортостан ордендары менән тумбалар, ер аҫты үткәүеленең парапеттары, эскәмйәләр һәм урам яҡтыртҡыстары мемориалдың архитектураһы менән стилистик берҙәмлектә башҡарыла. Стеланы һәм майҙандың элементтарын декоратив яҡтыртыу ҡаралған.
Фекер алышыуҙа теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала. Төбәк халҡы стеланы урынлаштырыу буйынса фекерен махсус форма тултырып белдерә ала. Ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған. Тауыш биреү 13 сентябргә тиклем бара.
Читайте нас: