Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Август 2020, 12:05

Башҡортостанда йылына 3,7 мең тонна ҡымыҙ етештерелә

Республикабыҙҙа ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған мәле. Рәсәйҙәге йылҡы һанының 9% – республикала, бейә һөтөнөң 45% ошонда етештерелә, тип хәбәр итә Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгә республикала 8 мең баш йылҡы аҫралған 170 ҡымыҙ фермаһы йыл һайын 3,7 мең тонна ризыҡ етештерә.
Йылҡысылыҡтың милли традицияларын һаҡлау һәм тармаҡты артабан үҫтереү өсөн республикала «Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы раҫланған. 2020 йылға 8,5 миллион һум күләмендә ярҙам бүленгән.
Читайте нас: