Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Август 2020, 17:00

Йүнселдәр, һеҙҙең өсөн!

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы башланды. Был сараның маҡсаты – халыҡта йүнселлек тураһында ыңғай образ тыуҙырыу һәм төрлө граждандарҙы, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәрҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү.

Республикала конкурс этабын «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу» төбәк проекты сиктәрендә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы үткәрә. Унда еңеп сыҡҡандар халыҡ-ара һәм ил форумдарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
Конкурс һигеҙ номинация – «Интернет-эшҡыуарлыҡ», «Ауыл хужалығы эшҡыуарлығы», «Франчайзинг», «Социаль эшҡыуарлыҡ», «Етештереү», «Инновациялар эшҡыуарлығы», «Сауҙа» һәм «Хеҙмәттәр өлкәһе» – буйынса үткәрелә. Төбәктә еңеп сыҡҡандар федераль этапта ҡатнашасаҡ.
Конкурста республикала даими йәшәгән һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған кешеләр, коллективтар һәм ойошма-предприятиелар үҙ көсөн һынай ала. Унда ҡатнашыу өсөн «Рәсәй йәштәре» йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа һайланған номинация буйынса анкета тултырып ебәрергә кәрәк. Ғаризалар 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Был конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
Читайте нас: