Бәләбәй хәбәрҙәре
+27 °С
Облачно
Телеграм
ВК
Террорға ҡаршы
Баш
Тат
Рус
Туризм
4 Августа 2020, 07:00
Түләүҙәр алыу ябайлаштырылды
Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙәр алыуҙы ябайлаштырҙы.
Хәҙер ноябрҙән түләүҙе тәғәйенләү өсөн ҡайһы бер белешмәләрҙе юллау талап ителмәйәсәк – граждандарға алименттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу кәрәкмәйәсәк. Дәүләт органдары был мәғлүмәтте ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһы аша аласаҡ.
Белеүегеҙсә, был пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан аҙ килемле ғаиләләр өсөн индерелде. Түләү 1 июндән башланды. Йәшәү минимумының яртыһын тәшкил иткән пособиены дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Күп функциялы үҙәктәр аша тәғәйенләргә мөмкин.
Читайте нас