Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Август 2020, 13:30

Бәләбәйҙә – «Баҫыу көнө»

Бөгөн беҙҙең районда республикала бишенсе – быйылға һуңғы «Баҫыу көнө» уҙа.

Семинарҙа Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың төрлө ойошмалары вәкилдәре, төбәктең Урал алды дала зонаһының 15 районынан район башлыҡтары урынбаҫарҙары, баш агрономдар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Шулай уҡ семинарға «Башҡортостан АПК-һы лидерҙары» проектында ҡатнашыусылар килгән.
Сарала ҡатнашыусыларҙы вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев сәләмләнеләр.
Семинар «Северная Нива Башкирия» йәмғиәте базаһында уҙа.
Читайте нас: