Быға тиклем программала ҡатнашыу өсөн 20 процент тәүге иғәнә индерергә кәрәк ине. Льготалы ипотекаға ярашлы, яңы торлаҡтан фатир алғандарға кредит 6,5 процентҡа бирелә. Программа ноябргә тиклем ғәмәлдә була. Льготалы ипотека ярҙамында 310 меңдән ашыу ғаилә йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ.