Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Август 2020, 19:30

Рәсәйҙән туристар йәлеп итергә ярҙам итер сара

Башҡортостанда 6 августан 9-на тиклем туристик тармаҡ вәкилдәре һәм федераль киң матбуғат саралары хәбәрселәре өсөн мәғлүмәти һәм пресс-турҙар үтәсәк.

Сара «Рәсәй турҙары» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан биләмәһендә турҙарҙы Туризм буйынса федераль агентлыҡ республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үткәрә. Оператор булып «Һин – легенда» Балаларға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды тора.
«Рәсәй турҙары» проектының төп маҡсаты төбәктәрҙең туристик мөмкинлектәрен донъя һәм эске туристик баҙарҙа алға сығарыу, конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил туристик бизнесына Рәсәй туристик баҙары мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү. Был проектта илдең 14 төбәге ҡатнаша.
Читайте нас: