Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Август 2020, 11:00

Сит ил мәктәптәрендә уҡытырға теләһәгеҙ...

Рәсәй Мәғариф министрлығының гуманитар проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Рәсәй педагогтарының сит илдәрҙең мәғариф ойошмаларында белем биреү эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса гуманитар проект 2017 йылдан тормошҡа ашырыла.
2019-2020 уҡыу йылында Тажиҡстан, Ҡырғыҙстан һәм Вьетнамда был проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәйҙән 70, шул иҫәптән Башҡортостандан 21 рус теле һәм әҙәбиәте, физика, математика, химия, биология, география, башланғыс кластар уҡытыусыһы проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан.
Быйыл сентябрҙән Тажиҡстан менән Ҡырғыҙстанға йүнәлтеләсәк уҡытыусылар иҫәбен арттырыу, шулай уҡ Сербия, Монголия һәм Үзбәкстан илдәре иҫәбенә проект географияһын киңәйтеү ҡаралған.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы уҡытыусыларҙан 2020-2021 уҡыу йылында Монголияның мәғариф ойошмаларында рус телен сит тел булараҡ уҡытыу, Сербия гимназияларында – физика, химия, математика, биология, география һәм информацион технологиялар, Тажиҡстанда – физика, химия, математика, биология, география һәм информацион технологиялар, Ҡырғыҙстанда – физика, математика һәм башланғыс кластарҙа уҡытыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.
Ғаризаларҙы 9 авгусҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Кандидаттарға предмет, ил, бәйләнеш мәғлүмәттәре (телефон, адрес, электрон почта) булған резюмены, диплом күсермәһен күрһәтергә кәрәк.
Гуманитар проект рус телен һәм дөйөм белем биреү предметтарының рус телендә үткәреү сифатын күтәреү, Рәсәй мәғарифын популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Әйткәндәй, улар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән «Мәғариф» милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Читайте нас: