1-се этап 1 августан 18 сентябргә ҡәҙәр дауам итә. Ҡатнашыусыларға видео яҙҙырып, уны бәйгенең frcnt@mal.ru электрон адресына ебәрергә йәки #конкурсзианчура #АбдуллинГалееваХасанов #культурныйЮГРБ #рцнт #мкрб #фрцнткумертау хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә ҡуйырға мөмкин. Мотлаҡ башҡарылған әҫәрҙең атамаһын, ҡатнашыусының йәки коллективтың, етәксенең исемен яҙырға, район (ҡала), ауылын күрһәтергә кәрәк.
– бер ҡыҫҡа көй йәиһә башҡорт композиторының йыры (икәүҙең береһен һайларға);
– һәүәҫкәр ҡурайсылар оҙон һәм ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡарып күрһәтергә тейеш.
С. Абдуллин, М. Ғәлиева һәм Н. Хәсәнов репертуарынан алынған әҫәрҙәрҙе башҡарған өсөн өҫтәмә балл ҡаралған.
Һорауҙар булһа, өҫтә күрһәтелгән электрон адресҡа яҙырға мөмкин.
Конкурс һөҙөмтәләре «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә иғлан ителә.