Сарала ҡатнашҡан Рәсәйҙең баш онкологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Андрей Каприн яңы корпусты юғары баһаланы.
– Таҙалығы, технологик яҡтан урынлашыуы медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты талаптарына яуап бирә. Ошонан консультациялар үткәрергә, табиптарға ярҙам итеү, ярҙамдың сифатын контролләү, телеконсультациялар үткәреү, онкология пациенттарының иҫәбен алып барыу мөмкинлеге тыуҙырылған, – тип ул үҙенең ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Андрей Каприндың әйтеүенсә, онкология хеҙмәте пандемия осоронда һынауҙы үтә алды.
– Бөтә донъяла күп профилле стационарҙар биләмәһендә урынлашҡан онкология бүлексәләрен ябыу мәсьәләһе торғанда, беҙҙең онкология хеҙмәте ауырлыҡ кисермәне, – тине ул . – Утрау рәүешендәге айырымланған учреждениеларҙы пандемиянан һаҡларға мөмкин булды.
Онкология диспансерының яңы корпусын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев ҡатнашты. Яңы корпус тәүге пациенттарҙы бөгөндән ҡабул итә башлаясаҡ. Бында 250 юғары квалификациялы табип, шул иҫәптән, төрлө белгеслеккә эйә 68 табип эшләйәсәк.