Уҙған аҙнала Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы прокуратура менән берлектә Өфөлә зоопаркта рейд үткәргән. Тикшереү һөҙөмтәһендә «Хайуандарҙы мәҙәни тамаша маҡсатында файҙаланыу һәм аҫрау» законы боҙолоуы асҡланған.
Был мәсьәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрҙе. Күсмә зоопаркты ул Өфө буйлап эш сәфәре барышында күреп ҡалған. – Беҙҙә бындай объекттар булмаҫҡа тейеш. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Федераль кимәлдә лә уларҙы бөтөрөү тураһында уйлайҙар. Цивилизациялы илдәрҙә улар әллә ҡасандан юҡ, – тине төбәк башлығы.
Республика етәксеһе фекеренсә, Өфөлә ҙур заманса зоопарк төҙөргә кәрәк. Миллионлы ҡалала заманса зоопарк булырға тейеш, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Ситлектә йәшәүсе хайуандарҙы аҫрауҙа етешһеҙлектәр мәсьәләһе йыш күтәрелә. Бәлки, киләсәктә хайуандарға ла кешесә мөнәсәбәт яйға һалыныр.