Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Август 2020, 17:00

Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы ысынлап артырмы?

«Берҙәм Рәсәй» партияһы бюджет өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәт хаҡының оклад өлөшөн 70 процентҡа тиклем арттырыу һәм өҫтәмә түләүҙәрҙең берҙәм исемлеген төҙөү кәрәклеге тураһындағы тәҡдимдәре хаҡында белдерҙе.

«Берҙәм Рәсәй» бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙе – табиптарҙы, уҡытыусыларҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен – яҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе әҙерләгән. Был хаҡта партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак «Берҙәм Рәсәй» ойоштороған һәм министрлыҡтар, профсоюздар ҡатнашлығындағы бюджет өлкәһендәгеләргә хеҙмәт хаҡы түләүҙе үҙгәртеп ҡороу тураһындағы кәңәшмә барышында әйткән. Беренсенән, партия бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡының оклад өлөшөн арттырыу хаҡында тәҡдим итһә, икенсенән, компенсациялау һәм дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәрҙең берҙәм исемлеген – хеҙмәт хаҡының база һәм дәртләндереү өлөштәренең нисбәте 70%-тән 30% ярашлы булһын өсөн – ойоштороу хаҡында тәҡдим иткән.
«Мониторинг күрһәтеүенсә, күп төбәктәрҙә уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың вазифа окладтары хатта минималь эш хаҡы күләменән түбәнерәк, ә уның дөйөм хеҙмәт хаҡын түләүҙең дөйөм күләме өлөшө 30 процентҡа ла етмәй. Ә май указдарын тормошҡа ашырыу өсөн урындарҙағы етәкселәр эш сәғәттәре ставкаларын асыҡ манипуляциялау менән шөғөлләнә. Шул уҡ уҡытыусыларҙы «көс менән» 1,5 – 2 ставкаға эшләргә, өҫтәмә класс етәкселеген алырға, факультативтар алып барырға мәжбүр итәләр. Медицина хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә дежур иттерәләр», – тигән Андрей Турчак.
Ошоноң менән бәйле, «Берҙәм Рәсәй» мәжбүри артыҡ эшләүҙе сикләү өсөн бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡы буйынса май указдары күрһәткестәрен үтәү бер ставканан сығып эшләү тәьмин ителергә тейеш, тип иҫәпләй.
Фото: «Берҙәм Рәсәй»
Читайте нас: