Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Август 2020, 12:00

Андрей Назаров форумда сығыш яһаған

Мәскәүҙә 11–13 августа «Милләт һаулығы – Рәсәйҙең сәскә атыуы нигеҙе» тигән Бөтә Рәсәй форумы үтә. Унда кисә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштылар. Был хаҡта иң тәүгеләрҙән булып республиканың вице-премьеры Андрей Назаров фейсбуктағы сәхифәһендә хәбәр итте.

«Бөгөн Мәскәүҙә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған ҙур форумда сығыш яһаным. Федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны медицина йәмәғәтселеге менән берлектә йыл һайын ойоштора», – тип яҙҙы ул.
Республиканың һанаулы ғына көндәр эсендә ҙур дауахана төҙөп ҡуйыу тәжрибәһен хәҙер бик күптәр ентекле өйрәнә икән. «Донъя пандемия эҙемтәләренән саҡ-саҡ айный һәм инде икенсе «тулҡын»ға әҙерләнә. Шуға барыһы ла ярайһы уңышлы тип табылған тәжрибәне өйрәнеп ҡалырға ашыға», – тип дауам итә вице-премьер.
Вице-премьер шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә махсус техника менән инвентарҙы һатып алыуҙы етеҙерәк, артыҡ бюрократияһыҙ ғына башҡарып сығыу форсатын һаҡларға кәрәк, тигән фекерен дә еткергән.
Медиктар әҙерләүгә ҡарашты ла үҙгәртергә кәрәк, ти А. Назаров. Һуңғы арала Башҡортостанда квалификациялы медиктар әҙерләүгә ныҡлы иғтибар бүленә. БДМУ һәм БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының квалификацияны күтәреү үҙәгендә 30 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре һәм студент-медиктар әҙерлек үткән. Шуға күрә лә врачтарға өсөшәр сменалап эшләргә тура килмәгән.
Читайте нас: