Әле башҡорт умартасылары башҡорт балының яңы партияһын экспортҡа сығарыу өсөн әҙерләй. «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәгендә башҡорт балын тикшереүҙәр үткәрелә. Яңыраҡ Өфө, Иглин, Күгәрсен, Благовещен, Нуриман һәм Ишембай райондарындағы умарталыҡтарҙа йыйылған татлы ризыҡты тикшергәндәр. Был – экспортҡа сығарыусы «Медовоз» компанияһы һатып алған продукцияның бер өлөшө генә. Халыҡ-ара стандарттарға яуап бигән өлгөләр – башҡорт балы – сит илдәргә оҙатыласаҡ. Был иһә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ.