Сараны ойоштороусылар туристарға сүпте алып китеү кәрәклеге тураһында иҫкәрткән билдәләр ҙә ҡуясаҡ.
Экологик акцияны Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм #ЙәшелБашҡортостан хәрәкәте ойоштора.
Йыйыштырыу өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар өмә урынында таратыласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Йыйылыу урыны Белорет районының Николаевка ауылы, Үҙәк урамы, 69-сы йорт эргәһендә.
Теркәлеү WhatsApp аша: 8927 969-44-94, Илнур.
Фото: Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан.