Сараға Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, башҡа рәсми кешеләр, төрлө кимәлдәге депутаттар, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, ҡасаба кешеләре килде.
Билдәле булыуынса, утыҙҙан ашыу Приют кешеһе шартлаған АЭС-та булып, уның ҡот осҡос эҙемтәләрен күргән, уларҙы бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Бөгөн уларҙың туғыҙы иҫән-һау.
Һәйкәл асыу тантанаһында әйтеүҙәренсә, уларҙа ҡурҡыу тойғоһо булмаған, әммә ул көндәрҙе һәр саҡ хәтерләйҙәр.