«Башҡортостан йәштәре йыйыны» төбәк-ара белем биреү һәм мәҙәни форумы Башҡортостандан ғына түгел, ә Волга буйы федераль округындағы 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Форум 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтте, унда мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, студенттар, йәш белгестәр ҡатнашты.
Йыйында ике тиҫтә самаһы эксперт эшләне, бер нисә профилле платформа ойошторолдо, күңел асыу һәм халыҡ уйындары, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе булды.