Тыңлаусылар алдында Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Белорет, Сибай, Благовещен, Туймазы, Нефтекама, Хәйбулла, Дыуан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Төньяҡ һәм Көньяҡ зоналарҙағы психологик-медик-педагогик комиссияларҙан психологтар, педагогтар, психиатрҙар, дефектологтар, логопедтар, социаль педагогтар сығыш яһаясаҡ.
Вебинарҙа түбәндәге темалар яҡтыртыласаҡ: «Беренсе синыфтарҙың мәктәпкә яраҡлашыуы: педагогты, ата-әсәне, баланы уҡыу барышына нисек әҙерләргә?», «Аралашыуҙа проблемалары булған балаларға педагогик ярҙам», «Ғаиләлә тәрбиәгә алынған бала, тәрбиәләү һәм уҡытыу үҙенсәлектәре», «Буллинг. Танырға, юл ҡуймаҫҡа. Белем биреү ойошмалары педагогтарына ярҙам өсөн эштең төп йүнәлештәре» һәм башҡалар. Вебинарҙар һәм уларҙы үткәреү ваҡыты менән тулыраҡ http://rpmpk-ufa.ru/ сайтында танышырға була.