Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Август 2020, 12:00

«Финанс мөмкинлектәребеҙҙе арттырырға ярҙам итер»

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Открытие» банкы идараһы рәйесе Михаил Задорнов төбәк Хөкүмәте менән финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Был документ Башҡортостандағы уңайлы инвестиция мөхитен барлыҡҡа килтереүҙе тәьмин иткән өҫтөнлөклө милли, федераль, тармаҡ һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, республиканың конкурентлылыҡ һәләтен һәм инвестиция йәһәтенән йәлеп итеүсәнлеген, төбәктә йәшәүселәрҙең имен тормошо кимәле үҫешен күтәреүҙе күҙ уңында тота. Айырым алғанда, яҡтар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт өлкәләрендә, мотлаҡ рәүештә дәүләт һәм шәхсән партнерлыҡ механизмдарын файҙаланып, хеҙмәттәшлек итергә уйлай.
Радий Хәбиров республика менән «Открытие» банкының берлектәге эше уңышлы һәм һөҙөмтәле булыр тигән ышанысын белдерҙе.
– Һеҙ – төбәктәрҙә көс сығанағы барлығын күргән банк һәм һеҙҙең менән эшләүе яҡшы буласаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөгөн беҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең яңы этабына күсәбеҙ. Был берҙәм эшмәкәрлекте яҡшыртыуға һәм финанс мөмкинлектәребеҙҙе арттырырға ярҙам итер, тип уйлайым.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: