Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, 75 процент белем усағы башланғыс синыф уҡыусыларын ҡайнар аш менән һыйларға әҙер.
– Тик әйтергә теләйем, әҙер булмаған мәктәптәрҙең 25 процент булыуы күп. Ҡасан бөтә Рәсәй мәктәптәре лә был тулы эшкә әҙер булыуын белергә теләйем, – тине ул.
Президент аҙ комплектлы мәктәптәрҙә уҡыусылар ҙа ҡайнар аш менән тәьмин итергә тейешлеген дә белдерҙе.
Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә 6 миллион 800 меңгә яҡын башланғыс синыф уҡыусыһы иҫәпләнә. Алдан күҙаллау буйынса, 2021 йылда был һан 7 миллион 100 меңгә етәсәк, 2022 йылда – 7 миллион 200 мең.