Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Август 2020, 17:00

Икенсе этапҡа күсеү өсөн ыңғай шарттар булдырылған

Башҡортостанда коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе йомшартыу тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның фекеренсә, әле республикала икенсе этапҡа күсеү өсөн ыңғай шарттар булдырылған.

– 1 сентябргә тиклем сикләүҙәрҙе алырға кәрәк булыр. Уҡыу йылы башланыуға запас менән, нығынып сығырға кәрәк. Һуңғы күрһәткестәргә ярашлы, пневмония менән сирләүҙәр кәмей башланы. Был - мөһим индикаторҙарҙың береһе һәм яҡшыға өмөт бирә. Коронавирус менән сирләүселәр ҙә бер кимәлдә һаҡлана, – тине Радий Хәбиров.
Иртәгә, 18 августа, коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы үтәсәк. Унда транспорт, күп функциялы үҙәктәр, дауаханалар, сауҙа учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар буйынса һөйләшеү буласаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы ҡатмарлы эпидемиологик миҙгел етеп килеүе тураһында ла иҫкәртте. ОРВИ һәм грипп менән сирләүселәр артасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙа улар өсөн буш урындар булырға тейеш, тигән йөкләмә бирелде.
Читайте нас: