Снайпер Наталья Ковшова көстәр тигеҙ булмаған көрәштә һәләк була. Ул 130-сы уҡсылар дивизияһының 528-се уҡсылар полкы снайперы була. Уның иҫәбендә – 167 фашист һалдаты һәм офицеры. Октябрь районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ошо биләмәлә йәшәгәндәр һәйкәлде асыу тантанаһына килде.
Һәйкәл 155-се лицей ихатаһына урынлаштырылды. Скульптура өҫтөндә рәссам Хәлит Ғәлиуллин тырышып эшләгән. Тирә-яҡта снарядтар шартлаған фонда винтовканы ҡыҫып тотҡан, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ үткер ҡарашын алыҫҡа төбәгән... Композицияның өҫкө яғында – Советтар Союзы Геройы йондоҙо. Оҙаҡламай 155-cе лицей легендар снайперҙың исемен йөрөтәсәк.