Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Август 2020, 13:00

Республикабыҙ табиптары Ҡырғыҙстандан ҡайтты

Бер айлыҡ командировка тамам. Кисә Башҡортостан табиптары Ҡырғыҙстандан ҡайтты.

Июнь аҙағында туғандаш республикала коронавирус менән хәл тотороҡһоҙға әйләнгәйне, ауырыуҙар һаны ҡапыл артты. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ҡырғыҙҙарға ярҙамға Мәскәү һәм Өфө табиптары ебәрелде.Өфөнән 50 самаһы табип – эпидемиологтар һәм инфекционистар, COVID-19 сирен дауалау тәжрибәһе булған БДМУ студенттары һәм ординаторҙары киткәйне. Бер ай эсендә дүрт меңгә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
15 августа Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков табиптар бригадаһы етәксеһе, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов менән осрашты һәм беҙҙең белгестәргә барлыҡ эштәре өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас: