«Донъяның боронғо география йәмғиәттәренең береһенә нигеҙ һалыу башында күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр, билдәле ғалимдар, сәйәхәтселәр, меценаттар, мәрхәмәтлек күрһәтеүселәр, уҡымышлы, маҡсатына ынтылыусан кешеләр, ысын ижад итеүселәр һәм ҡаһармандар торҙо. Тап улар Ватанға намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәт итеүҙең һоҡланғыс традицияларына нигеҙ һалды, Рус география йәмғиәте эшмәкәрлегенең төп, мөһим йүнәлештәрен үҫтереүҙә уникаль өлөш индерҙе. Йәмғиәт диңгеҙ һәм ҡоро ер экспедицияларын ойоштороуҙа ҡатнашты, аң-белем таратыу эшенә лә күп иғтибар бүлде, ҡурсаулыҡ эшен, илдә тәүге юғары уҡыу йорттарын асыуҙа һәм география йүнәлешендәге музейҙарҙы булдырыуҙа башлап йөрөүсе булды», – тиелә ҡотлау тексында.