Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Август 2020, 14:00

Инфекция сигенәме?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн брифингта коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 30 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7367-гә етте. Һауыҡҡандар – 6564 (һуңғы тәүлектә 51 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 27. Республика стационарҙарында – 111 (шул иҫәптән 9 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 3-һө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 665 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 703 870 тест үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 6981.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 73 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 121 кеше дауахананан сығарылған.
Сирлеләр һаны буйынса Өфө, Нефтекама ҡалалары лидерҙар булып ҡала. Баш ҡалала 2882 сирле теркәлһә, Кама буйында – 521. 322 сирле менән Бәләбәй районы – өсөнсө урында. Бөрйәндәр, ғәҙәттәгесә, был күңелһеҙ рейтингтың аҙағында – уларҙа коронавирус менән сирләүсе ни бары ике генә кеше теркәлгән.
Читайте нас: