Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Август 2020, 13:30

Сағанлыла ҡошсолоҡ фермаһы үҫешә

«Линда» агрофирамаһының Сағанлы майҙансығы уҙған йыл аҙағында сафҡа индерелде. Бында ошо ваҡытта 155 мең тауыҡ үҫтергәндәр, уларҙың 105 меңе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙатылған.

Дөйөм алғанда 2020 йыл башынан предприятие 420 мең ҡош-ҡорт үҫтереп һатҡан.
– Бөгөнгә Сағанлыла икенсе корпуста ремонт эштәре башҡарылды. Һаҡлыҡ банкынан алынған аҡсаға «Техно» компаниялар төркөмө 180 мең баш йәш тауыҡ үҫтерер өсөн ситлектәр эшләй башланы, – тип һөйләне агрофирма директоры Данил Фәрхетдинов. – Бынан тыш, әле комплекстың бөтә объекттарына газ үткәреү дауам итә.
Яңы корпуста ҡош-ҡорт 2021 йылдың ғинуарынан аҫрала башлаясаҡ.
Элекке малсылыҡ корпусын үҙгәртеп ҡороу Анновка ауыл советында йәшәүселәр өсөн алты эш урыны булдырыу мөмкинлеге биргән.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Агрофирма дирекцияһы биргән фотоларҙа: ситлектәр ҡуйыласаҡ яңы корпус; ҡош-ҡорт ҡараусы Рәмзилә Дремина
Читайте нас: