Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Август 2020, 14:00

«Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, устав капиталында республиканың өлөшөн, акцияларының контроль пакетына тиклем арттырып, «Башҡортостан сода компанияһы»н национализацияларға тәҡдим итте.

Ул был хаҡта «Эхо Москвы» радиоһының баш мөхәррире Алексей Венедиктовҡа биргән интервьюһында белдерҙе. – Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр ҙә уның акционерҙары был хәлдән сығыу юлын күрмәй икән, мин дә акционер булып иҫәпләнәм, сөнки 38,28 процент акцияға республика хужа, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ. Беҙгә билдәле өлөштө һатып алып, контроль пакетҡа хужа булырға һәм предприятие менән, урындағы халыҡ булараҡ, идара итергә кәрәк, – тине ул. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әгәр ҙә «Башҡортостан сода компанияһы» республика ҡулына күсһә, уның артабанғы үҫеше альтернатив сеймал сығанаҡтарында планлаштырыласаҡ.
Автор «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан
Читайте нас: