Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Август 2020, 12:00

«Таҙа һыу – һаулыҡ нигеҙе»

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров республика Хөкүмәте президиумы ултырышында эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән Төбәк программаһын әүҙемләштереү мәсьәләләренә туҡталды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова әйткәнсә, «Таҙа һыу» төбәк программаһына ярашлы, биш йыл эсендә 52 ауыл һәм ҡалала 31 һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү, яңыртыу күҙ уңында тотола.
Төп маҡсат – үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системалары аша сифатлы эсәр һыу тотонған халыҡ һанын 87,6 проценттан 92,5-кә еткереү.
Әле Өфө районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында эштәр бара. Программаға төҙәтмәләр индереү 2020 йылға Әлшәй, Шишмә һәм Саҡмағош райондарында өс капиталь төҙөлөш объектын сафҡа индереү мөмкинлеге бирә. Был урындарҙа эштәр 2021 йылда ғына башланырға тейеш ине.
«Бар республика халҡы таҙа эсәр һыу тотонһон өсөн тырышырға кәрәк», – тип һығымта яһаны беренсе вице-премьер Андрей Назаров. – Таҙа һыу – һаулыҡ нигеҙе».
Фото Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан
Читайте нас: