Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Август 2020, 19:20

1 сентябрҙән бөтә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыласаҡ

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин яңы уҡыу йылының башланыуы һәм уның нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.

Башҡортостанда барлығы 1310 белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 520176 бала уҡый. 1 сентябрҙә тантаналы линейкалар тик I, IX һәм XI класс уҡыусылары өсөн генә буласаҡ. Быйыл I класҡа 55 мең бала бара.Студенттарға килгәндә, уларҙың күпселеге өсөн уҡыу йылы дистанция тәртибендә башлана. Ғәҙәти форматта тик беренсе һәм һуңғы курс студенттары ғына уҡыясаҡ. Был вуздарға ла, колледж-техникумдарға ла ҡағыла. Башҡа курс студенттары 1 ноябргә тиклем өйҙән уҡыясаҡ. Тик ике уҡыу йорто – Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы менән урта махсус музыка колледжы студенттары ғәҙәти режимда уҡыясаҡ, был уҡыу йорттарының үҙенсәлегенә бәйле. Быйыл колледждарҙа – 93,9 мең, вуздарҙа 97,9 мең студент белем аласаҡ.
Балалар баҡсалары тулыһынса асыласаҡ. Быға тиклем уларҙа дежур төркөмдәр генә эшләй ине. Бында ла санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.
Читайте нас: