Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Август 2020, 15:00

Бюджет иҫәбенә - санаторий

Коронавирус менəн сирлəп һауыҡҡандарҙы санаторийҙарға ебəрəсəктəр. Был хаҡта ҡарарға Башҡортостан башлығы Радий Хəбиров ҡул ҡуйҙы.

Республикала эш урынында коронавирус элəктереп һауыҡҡан кешелəрҙе республика бюджеты иҫəбенəн санаторийҙарға дауаланырға ебəрəсəктəр. Радий Хəбиров был хаҡтағы ҡарарға ошо көндəрҙə ҡул ҡуйҙы.
Льгота менəн барыһы ла ҡуллана алмай. Санаторийға бушлай сертификат айырым кешелəргə генə бирелəсəк: медицина ойошмаларының хеҙмəткəрҙəре (ниндəй милек формаһы булыуға ҡарамаҫтан); хеҙмəт, ғаилə һəм социаль яҡлау министрлығына ҡараған социаль ярҙам күрһəтеү ойошмалары хеҙмəткəрҙəре; дəүлəт ойошмаларына ҡарамаған социаль ярҙам күрһəтеү ойошмалары хеҙмəткəрҙəре; үҙизоляция осоронда ярҙам күрһəткəн ирекмəндəр ойошмалары һəм отрядтары ағзалары; Роспотребнадзорҙың һəм Гигиена үҙəгенең территориаль органдары хеҙмəткəрҙəре.
Читайте нас: