“Был компанияның контроль пакеты - шәхси кешеләр ҡулында. Аҡса үҫешкә инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай”, - тип белдерҙе ил етәксеһе Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Дәүләт етәксеһенең әйтеүенсә, 45 миллиард һумлыҡ табыштың ни бары 2,5 миллиард һумы ғына инвестиция маҡсатына тотонолған. Аҡса төбәктә ҡалмай, ә офшорҙарға китә.
“Тәү сиратта кешеләр, эш урындары һәм социаль өлкә тураһында уйларға кәрәк, ә бер ниндәй йөкләмәһеҙ, контролһеҙ аҡса һурыу - бик күңелһеҙ хәл”, - тине Рәсәй Президенты. Ул республика Хөкүмәтенә һәм етәкселәренә ваҡиғаны ентекле өйрәнергә, ҡарар тәҡдим итергә ҡушты. Шулай уҡ прокуратураға дәүләттең ни сәбәпле активтар өҫтөнән контролен юғалтыуын тикшереүҙе йөкмәтте.
“2013 йыл башында “мөғжизәле рәүештә” – компанияны берләштереү аша – дәүләт өлөшө йыуыла һәм контроль өлөштән кәмей. Дәүләттең өлөшө 62 процент була, шунан ҡапыл 38 процентҡа әүерелә, һөҙөмтәлә компанияның эш йүнәлештәре ҡырҡа үҙгәрә, - тип билдәләне дәүләт етәксеһе. - Быға иғтибар иткән, урында барған хәлгә ышанысһыҙлыҡ күрһәткән кешеләр күпселектә хаҡлы тип уйлайым”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путинға “Башҡортостан сода компанияһы"н хосусилаштырыу буйынса килешеүҙе тикшереүҙе прокуратураға ҡушҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Мин Президентҡа республиканың, халыҡтың беҙҙең өсөн ғәҙел һәм законлы булмаған килешеүҙе тикшереүгә ынтылышын яҡлағаны өсөн бик рәхмәтлемен. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың иҡтисады өсөн мөһим предприятие дәүләттеке булыуҙан туҡтаны. Яҡын арала ғәҙеллек тантана итер һәм “Башҡортостан сода компанияһы” яңынан республиканың социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүҙә етди ярҙам күрһәтер тип ышанам. Сеймал мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ һәм тейешле ҡарарға киләсәкбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.