Һәйкәлдең дөйөм хаҡы 45 миллион һум тәшкил иткән. Был ҡатмарлы композицияла Урал тауҙары киртләсендә ултырған шағир һүрәтләнгән. Уның авторы – илдең рәссамдар союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Бөгөн ул Татарстан Президентының Рәхмәт хатын алды һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.Радий Хәбиров белдереүенсә, был һәйкәл ике республиканың Рәсәй мәнфәғәтендә сәскә атыуы һәм алға барыуы символы буласаҡ.Татарстан Президенты Радий Хәбировты ТАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан, ике республика араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн миҙал менән наградланы.Тантанала ҡатнашҡан Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов олатаһының Татарстанға булған һөйөүе уның Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын тыңлаған саҡта барлыҡҡа килде тине.